+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 10:58

Саровтан һуң – Тобольск

Үткән аҙнала Президент Владимир Путин Нижегородск өлкәһенең Саров ҡалаһында булғайны. Кисә ул Төмәндәге Тобольскҡа эш сәфәре менән барҙы.

Үткән аҙнала Президент Владимир Путин Нижегородск өлкәһенең Саров ҡалаһында булғайны. Кисә ул Төмәндәге Тобольскҡа эш сәфәре менән барҙы.
Бында ил башлығы нефть, газ һәм химия тармағы үҫеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе, төбәк башлығы Александр Моор менән осрашты.
Владимир Путин эш сәфәрен "Запсибнефтехим" предприятиеһы менән танышыуҙан башланы, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы. Унда бөгөн сәнәғәттә киң ҡулланылған полимер етештерелә. Завод быйыл апрелдә проектланған ҡеүәтенә сыҡҡан һәм артабан йылына 2,2 млн тонна продукция етештерәсәк. Заводты төҙөгән саҡта Рәсәйҙең 35 төбәгенән 300 млрд. һумлыҡ материалдар һәм ҡорамалдар йәлеп ителгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: