+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 14:35

Коронавирус менән ауырыусының теше һыҙлаһа...

Коронавирус менән сирләгән кешенең, өҫтәүенә, теше һыҙлай башлаһа, ни эшләргә?

Коронавирус менән сирләгән кешенең, өҫтәүенә, ҡапыл теше һыҙлай башлаһа, ни эшләргә? Сираттағы брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был осраҡта теште ҡайҙа дауаларға мөмкинлеген һөйләне. COVID-19 раҫланған ауырыуҙарҙы республика стоматология поликлиникаһында, шулай уҡ башҡа ҙур медицина учреждениеларында ҡабул итәләр, тине ул. “Унда айырым ишектәр, айырым кабинеттар бар, белгестәр шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланып эшләй. Шулай уҡ теш табибын өйгә саҡыртырға мөмкин, ул кәрәкле ҡорамалдар менән киләсәк. Өйгә стоматологты, ҡағиҙә булараҡ, ауыр хәрәкәтләнгән пациенттарға саҡыралар. Әгәр ауырыу дауаханала ята икән, уның киҫкен теш һыҙлауын баҫыу өсөн диагноз ҡуйып, дауалаусы күсмә стоматология хеҙмәте бар”, – тине министр.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: