+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 21:29

“Иҡтисад үҫешенә өҫтәмә этәргес яһаусы сара буласаҡ”

2020 йылдың 8 декабренән 11 декабренә тиклем Өфөлә ҡатнаш – онлайн- һәм офлайн форматта – Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2020 үтәсәк.

2020 йылдың 8 декабренән 11 декабренә тиклем Өфөлә ҡатнаш – онлайн- һәм офлайн форматта – Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2020 үтәсәк. Сара сиктәрендә иҡтисад үҫешенең айырым блоктары буйынса бер нисә форум уҙасаҡ. Уларҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова ҡатнашасаҡ. Алда торған был ҙур форум хаҡында бөгөн, 2 декабрҙә, ТАСС майҙансығындағы матбуғат конференцияһында ентекле һөйләшеү булды.
– Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы сиктәрендә планлаштырылған саралар Башҡортостандың ғына түгел, бөтә илдең иҡтисады үҫешенә өҫтәмә этәргес булыр, күп һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер, тип ышанам, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Ул форумдың дүрт көнө ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендә кесе һәм урта бизнес, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты, туризмды, иҡтисадты һәм экспортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшереүгә арналасағын өҫтәне.
– ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең сираттағы осрашыуы үтәсәк Башҡортостан Республикаһының инициативаһын билдәләгем килә. Бындай сараларҙа элек ҡатнашыуым тәжрибәһенән сығып, республика етәкселегенең тырышлығы һөҙөмтәле, файҙалы булыуын әйтер инем. Алда торған сараға килгәндә иһә, Андрей Геннадьевич Назаров сығышында белдерелгән бурыстарҙың тап бөгөн ныҡ кәрәкле һәм мөһим булыуына ышанам, – тине Рәсәй Федерацияһы Президентының Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов.
Бәхтиәр Хәкимов пандемия шарттарында заманса технологиялар яңы форматта аралашыу мөмкинлеген биреүен, ә “иҫке традициялар менән яңы ысынбарлыҡтың” үрелеүе Халыҡ-ара бизнес аҙнаһын лайыҡлы үткәреүҙе тәьмин итәсәген билдәләне.
Тажикстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Одил Сангов Халыҡ-ара Бизнес аҙнаһының төбәктәр хеҙмәттәшлеген, ШОС һәм БРИКС илдәре араһындағы диалогты нығытыу өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләп үтте.
– Башҡортостан төбәктәр хеҙмәттәшлеген тартыу үҙәгенә әйләнде. Элекке сараларҙа ҡатнашыуыбыҙ тәжрибәһе буйынса әйтергә мөмкин: Өфө форумы майҙансыҡтарында элек белмәгән контрагенттарын тапҡан партнерҙар байтаҡ. Тормошҡа ашырылған аныҡ проекттар бар. Бөтә форум – ул ғәмәли тәжрибә, бик сағыу сығыштар, бик кәрәкле спикерҙар. Иң мөһиме – һөҙөмтәле осрашыуҙар, – тине Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле Советы Башҡарма секретары Сергей Канавский.
“Стратегик эшләнмәләр үҙәге” Фонды Президенты Владислав Онищенко әйтеүенсә, Аҙнаның ҡатнаш форматта үтеүе фекер алышыу мөмкинлектәрен киңәйтә – мөһим проблемаларҙы тикшереүҙә донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндәге эксперттарҙың ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.
Халыҡ-ара бизнес аҙнаһын ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Үткәреү операторы – “Башҡортостан Республикаһы “Офис-төркөм” Конгресс-бюроһы” автоном коммерция булмаған ойошмаһы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: