+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 18:46

Башҡортостандан – биш еңеүсе

“Минең илем – минең Рәсәйем” Бөтә Рәсәй XVII конкурсына йомғаҡ яһалды. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының проекты булған бәйгелә еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандан Айһылыу Кәлимғолова, Эрнест Вәлишин, Инна Дорош, Валия Гопта, Макар Николаев бар. Уларҙың төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән проекттары иң яҡшыларҙан тип табылған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Минең илем – минең Рәсәйем” Бөтә Рәсәй XVII конкурсына йомғаҡ яһалды. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының проекты булған бәйгелә еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандан Айһылыу Кәлимғолова, Эрнест Вәлишин, Инна Дорош, Валия Гопта, Макар Николаев бар. Уларҙың төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән проекттары иң яҡшыларҙан тип табылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Минең илем – минең Рәсәйем” Бөтә Рәсәй конкурсы йәштәрҙе өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға һәм Рәсәй төбәктәре, ҡалалары, ауылдарының үҫеш мәсьәләләрен сисеүгә йәлеп итеүҙе маҡсат иткән. Ул 17 йыл дауамында тормошҡа ашырыла һәм йыл һайын меңләгән уҡыусыны, студентты, йәш ғалимды, педагог-новаторҙы – илдең инициативалы граждандарын йәлеп итә.
2020 йылда конкурс илдең социаль-иҡтисади үҫешенең күп өлкәләрен үҙ эсенә алған 20 тематик номинацияла үткәрелгән.
“Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы “Мәғариф” милли проектының “Социаль лифттар һәр кем өсөн” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: