0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 15:57

"Башҡортостан-24" каналы - 22-се нөктәлә

"Башҡортостан- 24" каналы Өфөнөң кабель операторы селтәрҙәрендә, "Уфанет" селтәренең 22-се нөктәһендә эфирға сыға башланы.

"Башҡортостан- 24" каналы Өфөнөң кабель операторы селтәрҙәрендә, "Уфанет" селтәренең 22-се нөктәһендә эфирға сыға башланы.
Билдәле булыуынса, аналог телевидениеһы бөтөрөлөү сәбәпле, бөтә каналдарҙың да һанлы технологияға күсеүе тәү сиратта төбәк телевидениеларының ябылыуына йә аудиторияның кәмеүенә килтерер ине.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылдың июнь айындағы указына ярашлы, 22-се нөктә муниципаль каналдарға беркетелде. "Роскомнадзор" янындағы федераль конкурс комиссияһы бер-нисә телеканалдар араһында еңеүсе тип "Башҡортостан-24" каналын билдәләнде. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Азамат Сәлихов билдәләүенсә, был урындағы контент, ә башлыса башҡорт телендә әҙерләгән тапшырыуҙар федераль лицензия менән нығытылды тигән һүҙ.
- Беҙ тап ике телдә контент әҙерләйбеҙ. Хатта руссаға ҡарағанда, башҡорт телендәге тапшырыуҙар күберәк эфирға сыға. Конкурс комиссияһы ҡарар ҡабул иткәндә, ошо етди аргумент булды. Бынан тыш, беҙҙә телерадио буйынса дәүләт комитетының 60-сы йылдарҙан алып һаҡланған алтын фонды бар. Ул спектаклдәр, тапшырыуҙар, концерттар, фильмдар. Беҙҙе ҡараусы аудиторияға шуны тәҡдим итәбеҙ. Урындағы муниципаль каналдар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был иһә Өфө халҡын район яңылыҡтары менән таныштырыу мөмкинлеге бирә. Тарихта тәүге тапҡыр республика каналы, ә башлыса башҡорт телендә эфирға сыҡҡан программалар федераль лицензия алды. Беҙҙе Татарстанда, Ырымбурҙа, Себерҙә, хатта сит илдәрҙә лә яҡшы ҡарайҙар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: