-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 17:47

813 “Үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостанда 2019 йылда 133 “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәге асылған. Республикабыҙ бындай үҙәктәр булдырыу һаны буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүге өсәү иҫәбенән ингән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда 2019 йылда 133 “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәге асылған. Республикабыҙ бындай үҙәктәр булдырыу һаны буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүге өсәү иҫәбенән ингән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре БР Мәғариф һәм фән министрлығы БР Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә контролдә тотҡан берҙәм төбәк селтәренә берләштерелгән. Үҙәктәр методик оҙатыу һәм юғары белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара бәйләнеш менән тәьмин ителгән.
2020 йылда Башҡортостанда 42 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге булдырылған. 2021 – 2023 йылдарҙа республикала тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге 638 үҙәк барлыҡҡа киләсәк.
2023 йылға тиклем республикала барыһы 813 “Үҫеш нөктәһе” барлыҡҡа киләсәк.
Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: