+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 13:05

Ҡыуандыҡта башҡорт теле түңәрәге эшләй

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе түңәрәк асылған. Уны асыу өсөн ата-әсәләрҙән бер ғариза алыу ҙа еткән. Әлеге ваҡытта түңәрәктә алты йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге балалар туған телен өйрәнә.

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе түңәрәк асылған. Уны асыу өсөн ата-әсәләрҙән бер ғариза алыу ҙа еткән. Әлеге ваҡытта түңәрәктә алты йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге балалар туған телен өйрәнә.
Пандемияға бәйле түңәрәк онлайн форматта бара, уҡытыуы программаһы 72 сәғәткә иҫәпләнгән.
Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин белдереүенсә, был эш 2019 йылда, төбәктә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемаһына арналған түңәрәк өҫтәлдән һуң башланған.
-Ҡыуандыҡ районынан Илшат Дәүләтшин тигән егет ҡыҙын башҡортса уҡытыу теләге менән ғариза яҙҙы. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, уның менән бәйләнешкә сығып, был эште күҙәтеүгә алды. Берлектәге көс менән түңәрәк асылды, кадрҙар ҡытлығы бар ине, бөгөн уны ла хәл иттек.
Киләһендә ошондай түңәрәкте Гай ҡалаһында ла асыу ниәттәре. Сөнки Гай районының төпкөл Воронеж ауылында 240 баланың 176-һы - башҡорт ғаиләләрендә тәрбиәләнгән уҡыусылар. Педагогтарҙың күпселеге башҡорт телендә аралашһа ла, дәрестәрҙе русса алып бара.
Мәғлүм булыуынса, үткән ял көндәрендә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре күрше Ырымбур өлкәһендә үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, мәҙәниәт һәм мәғариф министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: