+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 12:16

Ырыуың кем?

Стратегик тикшереүҙәр институты ғалимдары Саҡмағош районы башҡорттарына ҡағылышлы тарихы һәм фәнни-методик пособиеларҙың исем туйын уҙғарҙы.

Стратегик тикшереүҙәр институты ғалимдары Саҡмағош районы башҡорттарына ҡағылышлы тарихы һәм фәнни-методик пособиеларҙың исем туйын уҙғарҙы.
Семинарҙа институттың социамәҙәниәт анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин сығыш яһаны.
Билдәле булыуынса, "Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы" һәм "Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары" тигән проекттар донъя күрҙе. Улар тарихи документтарға һәм картография материалдарына таянған объектив мәғлүмәт биреүсе баҫма булып тора. Унда шулай уҡ төбәктәрҙең административ-терроториаль бүленеше, башҡорт ҡәбиләләре хаҡында ла кәрәкле мәғлүмәттәр алырға була.
Саҡмағош районы биләмәләрендә электән халҡыбыҙҙың боронғо ырыуҙарына ҡараған, аҫабалыҡ хоҡуғы булған башҡорттар йәшәй. Хәҙерге Саҡмағош районының көнсығыш өлөшөндә, Сәрмәсән, Ҡалмаш һәм башҡа йылға буйҙары дыуан башҡорттарының аҫаба ерҙәренең бер өлөшө булған. Уларҙың тарихы яҡынса 5-6 быуатҡа барып тоташа. Шулай уҡ төбәктә йылан ырыуы вәкилдәре йәшәй. Уларҙың ерҙәре тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөн биләй. Көньяҡта ул Бишбүләк, Йәрмәкәй райондарында башланып Борайға тиклем барып етә.
Хәҙерге Саҡмағош районының төньяҡ өлөшө, Дүртөйлө һәм Илеш райондары сиге - елдәк башҡорт ырыуҙарының ере. Ғалимдарҙың тикшереүҙәре һәм шәжәрә буйынса был ырыу Елдәк тархан исеменән барлыҡҡа килгән. Был ырыуҙарҙың тарихы һәм генетик тикшереүҙәр һөҙөмтәләре менән "Без башҡортлар" хәрәкәте сайтында танышырға мөмкин.
Шулай уҡ "Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. БР Саҡмағош районы башҡорттары" тигән брошюра ла тарихын белергә теләгән кешеләр өсөн бик ҡыҙыҡлы. Был сығанаҡтарҙың барыһы ла тарихи документтарға таянып төҙөлгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: