+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 11:30

Йомарт шишәмбе – хәйриә көнө

1 декабрҙә бөтә донъяла Йомарт шишәмбе – Бөтә донъя хәйриә көнө билдәләнә. Был көндә Өфөнөң популяр кафе һәм ресторандары үҙҙәренә килеүселәргә хәйриә акцияһында ҡатнашырға тәҡдим итә.

1 декабрҙә бөтә донъяла Йомарт шишәмбе – Бөтә донъя хәйриә көнө билдәләнә. Был көндә Өфөнөң популяр кафе һәм ресторандары үҙҙәренә килеүселәргә хәйриә акцияһында ҡатнашырға тәҡдим итә.
– Бер-ике минут эсендә ҡунаҡтар QR-код буйынса хоспис төҙөлөшө өсөн үҙ өлөшөн индерә ала, – ти “Өфө хосписы” автоном коммерция булмаған медицина ойошмаһының матбуғат секретары Светлана Ниғмәтуллина.
Акцияла Өфөләге кафе-ресторандар: Dasko Garden ресторан комплексы, Open Coffee ҡәһүәханаһы, Casablanca гастробары, “Клюковка” бары, MyBar караоке-бары, Camorra Pizza, “Бәрәкәт” сәйханаһы, Godji ҡәһүәханалары, “БигШеф” бистроһы ҡатнаша.
Республикабыҙҙа төҙәлә алмаҫлыҡ сирҙәргә дусар кешеләр өсөн хоспис ИКЕА сауҙа үҙәге яғында һалына. Рәсәйҙә иң ҙуры буласаҡ был хоспис 2021 йылдың көҙөндә сафҡа инәсәк, тип күҙаллана. Изге эшкә ярҙам итергә теләүселәр уфахоспис.рф. сайты аша үҙ өлөшөн индерә ала.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: