+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 15:21

Уҡбалыҡ үрсетәләр

“Башнефть” акционер нефть компанияһы Ағиҙел йылғаһына, Павловка һәм Түбәнге Кама һыуһаҡлағыстарына 150 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәһе ебәргән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #ЭкоБашкортостан

“Башнефть” акционер нефть компанияһы Ағиҙел йылғаһына, Павловка һәм Түбәнге Кама һыуһаҡлағыстарына 150 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәһе ебәргән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #ЭкоБашкортостан
Селбәрәләр һыу ятҡылығына ебәреү өсөн әҙер. Балыҡсылыҡ хужалығында улар 10 грамм ауырлыҡҡа еткән, был уларҙың Урал климаты шарттарына ерләшеү мөмкинлеген арттыра. Контейнерҙарҙағы һыу температураһы яйлап һыу ятҡылығындағы кеүек температураға еткерелгән.
Балыҡ ебәреү урындарын Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығы билдәләгән һәм Башҡортостан буйынса дәүләт һыу биология ресурстарын һаҡлау, күҙәтеү һәм контролләү бүлеге менән килешеп эшләнгән, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Уҡбалыҡтың тәбиғи популяцияһын яһалма рәүештә тултырыу Ҡыҙыл китапҡа ингән был төрҙө һаҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә бындай башланғысты тормошҡа ашырғанда селбәрәләрҙе ебәреү генә түгел, быны һыу объекттары экосистемаһын боҙмай башҡарыу ҙа мөһим. Башҡортостан нефтселәренең был изге эшкә фәнни ҡараш менән тотоноуын әйтеп үтергә кәрәк. Селбәрәләрҙе ебәреү урыны һәм һаны ошо йүнәлеш ведомстволарының фәнни иҫәпләүҙәре һәм кәңәштәре нигеҙендә билдәләнгән, – ти БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Түбәнге Кама хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса хеҙмәте баш белгес-эксперты Аяз Килмәтов.
Рәсәй һыу ятҡылыҡтарына балыҡ ебәреү буйынса эшмәкәрлек компанияның тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә стратегик бурыстарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Был “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: