Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә "Рәсәй тәме" конкурсында Башҡортостан брендттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.
Хөкүмәт вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов билдәләүенсә, "Рәсәй тәме" милли конкурсы тәүге тапҡыр үткәрелә. 8 номинацияла республиканың 26 бренды ҡатнаша. Улар - бал, ҡымыҙ, талҡан, бальзам, минераль һыуҙар етештереүселәр. Конкурсҡа ебәрелгән аҙыҡ-түлек төрлөлөгө буйынса Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе, Татарстанды ла үтеп китеп, беренсе урында тора.
Онлайн тауыш биреү 19 ноябрҙә башланған һәм ул 2 декабрҙә тамамлана. Бөгөнгә 770 мең кеше тауыш биргән, башҡорт брендтары өсөн 40 мең тауыш йыйылған.