Коронавирустың сигенер көнө етер, әлбиттә. Ләкин бөгөн ул бик зәһәрләнә: аҙаҡҡы тәүлектә айырыуса күп – 142 яңы сырхау асыҡланған. 1 декабргә ҡарата республикала COVID-19 менән ауырыусылар йәмғеһе – 14 406.
Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа ятыусылар – 542. Ауыр хәлдәгеләр артҡан: кисә улар 37 ине, бөгөн – 40. Шуларҙың 14-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреүсе 1 772 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана.
Пандемия башланғандан бирле коронавирустан һауығыусылар – 12 009, 87 кеше аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан ҡайтҡан.
COVID-19 ҡорбандары республикала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер 83-кә етте: унан Өфөлә йәшәүсе 52 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Ул, коронавирус инфекцияһынан башҡа, аорта атеросклерозынан, юғары ҡан баҫымынан интеккән булған.
Күкрәкте ҡыҫып, иркен һулыш алырға ҡамасаулаусы пневмония ла һөжүмен арттыра. Бер тәүлектә был диагноз 406 ауырыуға ҡуйылған, шул уҡ ваҡытта 412 яҡташыбыҙ унан сәләмәтләнгән.