Үпкәһе 100 процентҡа зарарланған, шәкәр диабетынан, артыҡ ауырлыҡтан яфаланған Өфө ҡатыны коронавирусты еңеүгә өлгәшкән. Был турала “Башинформ” агентлығына интервьюһында 22-се Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлеге мөдире, ковид-госпиталдә “ҡыҙыл зона”ла ауыр хәлдәге сырхауҙар менән эшләүсе Рөстәм Ғәбиҙуллин һөйләй.
“Шатлыҡ гормондары – эндорфин һәм серотониндың, ахыры, вирусҡа ҡаршы ифрат ҙур ҡеүәте бар, һәм был мөмкинлектәр әле асыҡланып бөтмәгән, – ти ул. – Беҙҙә шәкәр диабеты менән сирләүсе, кәүҙәһе 100 килограмдан ашыу, 60 йәште үткән ҡатын дауаланды. Уның үпкәләре тулыһынса, йәғни 100 процентҡа зарарланғайны. Ханымды шунда уҡ яһалма һулыш аппаратына тоташтырҙыҡ, унда бер ай булды. Һалҡын аҡыл менән ҡараһаң, уның иҫән ҡалыу мөмкинлеге бөтөнләй юҡ ине. Ләкин пациентка таң ҡалырлыҡ йәшәү көсөнә эйә булып сыҡты, ул һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә булды һәм теше-тырнағы менән йәбешеп, иҫән ҡалырға ынтылды. Яһалма һулыш аппаратында саҡта, “бөтәһе лә яҡшы, эшләйбеҙ”, тип әйтергә теләп, миңә ҡулдары менән йөрәк йәки баш бармағын күрһәтә торғайны. Ул, бар көсөн һалып, сирҙе сигендерергә тырышты. Хәле тотороҡланып, яһалма һулыш аппаратынан алғас, карауатына ултырҙы ла телгә килде. Уны ҡәҙимге палатаға алҡыштар аҫтында оҙаттыҡ. Әле ханым, һауығып, дауахананан сыҡты. Һәм шуға күрә беҙҙә хәҙер шундай ҡағиҙә: палатаға ингәндә табип пациенттарҙы көлдөрөргә тырыша, йә кәйеф күтәрерлек көләмәс һөйләй. Беҙ позитив кешеләрҙең реанимациянан аҙыраҡ юғалтыуҙар менән сығыуын күрәбеҙ”, – тип тамамлай һүҙен Рөстәм Ғәбиҙуллин.