-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 11:25

Башҡортостанда чиновниктарға яңы йыл корпоративтарын уҙғарыу тыйылды

Республика башлығы Радий Хәбиров пандемия шарттарында яңы йыл корпоративтарын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Республика башлығы Радий Хәбиров пандемия шарттарында яңы йыл корпоративтарын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Яңылыҡ әлегә республика чиновниктарына ғына ҡағыла.
«Беҙ ике йыл инде эштәр алға киткәс корпоративтар ойоштороу принцибы буйынса йәшәйбеҙ. Ғаилә менән күберәк булырбыҙ, тип һөйләштек, — тине республика етәксеһе. – Бүләктәр темаһы тураһында ла һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Бер-беребеҙҙе открыткалар сүпләргә кәрәкмәй. Хәҙер барыһы ла телефондарҙа, гаджеттарҙа. СМС ебәрһәгеҙ, бик һәйбәт».
Яңы йыл байрамдарында ресторандарҙың һәм башҡа учреждениеларҙың эшенә килгәндә, Радий Хәбиров әлегә ҡарар ҡабул итмәгәнен әйтте. Республика етәксеһе оператив штаб менән кәңәшләшкәндән һуң аҙна һуңында фекерен еткерергә вәғәҙә бирҙе.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас в