+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 18:08

Башҡорт телен белеүселәр олимпиадаһы

Урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы үтте. Уны Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ноябрь аҙағында ойошторҙо. Олимпиада 14 декабрь – Башҡорт теле көнөн билдәләү һәм әсә теле һәм әҙәбиәтен белеү буйынса һәләтле студенттарҙы күрһәтеү, асыҡлау һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын тотто. #БашҡортТеле2020

Урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттары студенттары араһында башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһы үтте. Уны Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ноябрь аҙағында ойошторҙо. Олимпиада 14 декабрь – Башҡорт теле көнөн билдәләү һәм әсә теле һәм әҙәбиәтен белеү буйынса һәләтле студенттарҙы күрһәтеү, асыҡлау һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатын тотто.
#БашҡортТеле2020
Студенттар өсөн олимпиаданың ике йүнәлеше тәҡдим ителде. Беренсеһе - башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр, икенсеһе - башҡорт теле дәүләт теле булараҡ белеүҙе кәрәк тип һанағандар өсөн булды. Олимпиада өс турҙан торҙо, унда студенттар тест һорауҙарына яуап бирҙе, ижади проекттарын тәҡдим итте.
Олимпиадала 66 тармаҡлы һөнәри уҡыу йортонан 500-ҙән ашыу студент ҡатнашты.
Нефтекама нефть колледжының беренсе курс студентакаһы Зөлфиә Ғаязова - башҡорт телен туған тел булараҡ, ә Өфө күп тармаҡлы профессональ колледждың беренсе курс студенткаһы Эльвина Хәбирова уны дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында беренсе урын яуланы.
Призерҙар исемлегендә Сибай, Өфө, Бәләбәй, Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларының уҡыу йорттарында белем алған студенттар бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: