+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 18:29

708 миллион һум аҡса киткән

Башҡортостанда 2020 йылда 697 күп фатирлы йортта 2180 подъезд төҙөкләндерелгән.

Башҡортостанда 2020 йылда 697 күп фатирлы йортта 2180 подъезд төҙөкләндерелгән.
Коляскала йөрөгән инвалидтар йәшәгән 12 подъезға яндауырҙар һәм пандустар ҡуйылған. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, программа 99,8 процентҡа үтәлгән. Салауатта һәм Өфөлә ике йортта йәшәүселәр быйыл коронавирус таралыу ҡурҡынысы арҡаһында программала ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
Ремонт өсөн 708 миллион һум аҡса киткән. 637 миллион һум – республика ҡаҙнаһынан, 71 миллион һум муниципаль берәмектәр бюджетынан бүленгән.
Төҙөкләндереү эштәрендә подрядсылар урындағы етештереүселәр продукцияһын киң ҡулланған. Ҡуйылған тәҙрәләрҙең, ишектәрҙең, таянғыстарҙың – 95 проценты, почта йәшниктәренең 70 проценты Башҡортостанда етештерелгән.
Үҙҡурсаланыу тәртибе индерелеү арҡаһында яҙын ике айға туҡтап торорға мәжбүр булһалар ҙа, подряд ойошмалары хеҙмәткәрҙәре билдәләнгән ваҡытта эште тамамлай алды, тип белдерә Борис Беляев. Ремонттың сифаты буйынса ялыуҙар һаны 2019 йылдағыға ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ булған. Подъездарҙы ҡабул итеү актына барлыҡ иҫкәрмәләрҙе үтәгәс кенә ҡул ҡуйылған.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры белдереүенсә, 2021 йылға төҙөкләндереү программаһы буйынса әҙерлек эштәре тамамланған, сметалар төҙөлгән.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: