+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 14:34

“Уның менән ғорурланырбыҙ, балаларыбыҙ менән килербеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ Совет майҙанында реконструкция барышын ҡараны.

Реконструкция эштәрен йыл аҙағында тамамларға ниәтләйҙәр. Бында буласаҡ һәйкәл өсөн нигеҙ әҙерләнгән. Фонтандың ер аҫтындағы инженер ҡоролмалары эшләнгән, гидравлик һынау үткән.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ скверы алдында иҫке таштар алынған. Ағастарҙы декоратив яҡтыртыу дауам итә. Музыка мәктәбе алдында шулай уҡ декоратив яҡтыртыу ҡуйыла. Йәйәүлеләр юлдары эшләнгән.
– Бында шыршылар ултыртабыҙ. Өфө халҡы йүкәләрҙе ҡырҡҡан өсөн бик ҡайғырҙы. Совет майҙаны ысын мәғәнәһендә монументаль буласаҡ. Барыбыҙ ҙа уның менән ғорурланырбыҙ, яратырбыҙ, бында балаларыбыҙ менән килербеҙ. Был урындың мөһабәтлеген аңларбыҙ – 1942 йылдың мартында генерал Шайморатовҡа тап ошонда Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылған. Бында автомобиль ҡуйыу урыны булыуын ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә кәмһетеү тип һанайым, – ти Радий Хәбиров.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: