+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 13:52
Өләсәйҙәр, олатайҙар, үҙегеҙҙе ныҡ һаҡлағыҙ
Коронавирус менән сирләүселәрҙең байтағы – өлкән йәштәгеләр. Медицина фәндәре докторы, табип-инфекционист Дамир Вәлишин шулай тип белдерә.
Коронавирус менән сирләүселәрҙең байтағы – өлкән йәштәгеләр. “Башинформ” агентлығы менән әңгәмәлә медицина фәндәре докторы, табип-инфекционист Дамир Вәлишин шулай тип белдерә.
“Көн һайын был сир яҡынса 130 кешелә асыҡланһа, шуларҙың яртыһы тиерлек – 65 йәште үтеүселәр. Был йәштә күптәрҙең етди ауырыуҙары – шәкәр диабеты, ишемия, башҡа сирҙәре бар. Ололарҙа коронавирус бик ауыр уҙыуҙан тыш, инфекция арҡаһында хроник ауырыуҙары ла ҡатмарлаша. Шуға күрә уларға бөтә көстәрен һалып үҙҙәрен һаҡларға һәм сир йоҡтормаҫҡа тырышырға кәрәк, тип кәңәш итә табип. Бының өсөн аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметеү зарур. Өлкән йәштәге кешенең хәлен белергә кәрәк икән, бөтә һаҡлыҡ сараларын күреү мотлаҡ. Сентябрҙә, балалар мәктәпкә барғас һәм өләсәй-олатайҙары менән ныҡлап аралаша башлағас, ололар араһында сир таралыу күҙәтелде, ти Дамир Вәлишин.
Республикала 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн үҙизоляция режимы дауам итеүен билдәләп китәбеҙ.
Фото ирекле сығанаҡтарҙан алынды.
Автор:
Альмира Кирәева
Читайте нас: