+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 12:36

Махсус лифттар ҡуйылған

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһына дүрт лифт алынған. Уларҙың икеһе – стационарҙа, икеһе 1-се поликлиникала ҡуйылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһына дүрт лифт алынған. Уларҙың икеһе – стационарҙа, икеһе 1-се поликлиникала ҡуйылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пациенттарҙы ташыуға яраҡлаштырылған яңы, заманса лифттар Экология, технология һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттә (Ростехнадзор) тикшереү үткән.
Был лифттарҙың төп өҫтөнлөгө булып уларҙың тауышһыҙ, талғын йөрөүе, оҙаҡҡа сыҙауы тора. Дауахана хеҙмәткәрҙәре, пациенттар лифт кабиналарының заманса һәм уңайлы булыуын билдәләй.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: