+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 13:46

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш саралары тикшерелде

26 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Унда коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш саралары ҡаралды.

26 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Унда коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш саралары ҡаралды.
***
Кәңәшмә башында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса халыҡтың мөрәжәғәттәре тикшерелде. Медицина темаһы кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр араһында беренсе урында тора. Йыл башынан шундай 9 536 мөрәжәғәт булған, был 2019 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда икеләтә тиерлек күберәк. Кешеләрҙе табиптар етешмәүе, медицина хеҙмәткәрҙәрен өйҙә оҙаҡ көтөргә тура килеүе, торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан поликлиникаларҙа температуралы ауырыуҙарҙың инеү урынын билдәләү һәм башҡа һорауҙар борсой. Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе Өфө, Салауат ҡалаларынан һәм Туймазы районынан. Октябрҙә социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәттәрҙең артыуына республикала коронавирус инфекцияһының күпләп таралыуы сәбәпсе.
– Ноябрҙә “Инцидент менеджмент” системаһында мөрәжәғәттәр һаны кәмерәк, сөнки Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге асылды һәм ул мөрәжәғәттәрҙең күбеһен үҙ өҫтөнә алды. Бөтә проблемаларҙы комплекслы ҡарарға, һәр һорауға аныҡ яуап бирергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
***
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһына бәйле ағымдағы хәл менән таныштырҙы.
Республиканың медицина ойошмаларында 6 500 койка булдырылған, шуларҙың 1 222-һе – инфекцион йүнәлештәге, 5 278-е ковид-ауырыуҙар өсөн үҙгәртелгән. 4 193 койкаға кислород уҙғарылған, 1 136-һы яһалма һулыш аппараттары менән йыһазландырылған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда байтаҡ дауаханаларҙа томографтар урынлаштырыла.
– Йыл тамамланғансы тағы 15 томограф аласаҡбыҙ, – тип билдәләне Максим Забелин. Ул был йәһәттән эре предприятиеларҙың яҡшы өлгө күрһәтеүен белдерҙе. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе үҙ хеҙмәткәрҙәрен диагностикалау өсөн был ҡорамалды үҙ иҫәбенә һатып алған.
Министр дарыухана селтәрҙәрендә медикаменттарға ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн бөтә саралар күрелеүен билдәләне.
16 ноябрҙән Башҡортостанда коронавирустан өйҙә дауаланыусыларға федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә бушлай дарыуҙар бирелә башланы. Улар вирусҡа ҡаршы препараттар (кагоцел, арбидол, ингавирин), антикоагулянттар (ривароксабан) һәм бактерияларға ҡаршы дарыуҙар (амоксиклав, левофлоксацин) ала. Дөйөм алғанда, 2 119 пациентҡа бушлай дарыу бирелгән.
Максим Забелин грипҡа ҡаршы 1,5 миллион кеше, йәғни республика халҡының 38 проценты прививка яһатыуын әйтеп үтте. Пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау бара.
Радий Хәбиров республикаға ҡасан коронавирустан вакцина килтереләсәген аныҡлап һораны.
– Икенсе аҙнала 1000 доза көтәбеҙ. Әле уны транспортировкалауға һәм һаҡлауға әҙерләнәбеҙ, – тип яуап бирҙе министр. – Ковидҡа ҡаршы вакцинаны иң тәүҙә табиптарға һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә яһаясаҡбыҙ.
Радий Хәбиров вакцинация планына үҙизоляция тәртибен, битлек режимын күҙәтеүсе полиция хеҙмәткәрҙәрен, артабан уҡытыусыларҙы, вуз педагогтарын индерергә ҡушты.
***
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә Башҡортостанстат килтергән мәғлүмәттәр ҙә яңғыраны. 2020 йылдың ғинуар-сентябрендә республикала 40 мең, йәғни былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк кеше үлгән. Был коронавирус инфекцияһы таралыу арҡаһында тыуған ҡатмарлы эпидемиологик хәл менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙар үлеме 11,3 процентҡа аҙайған. Яман шештән һәм тышҡы сәбәптәрҙән (юл фажиғәләре, янғын, суицид) донъя ҡуйыуҙар кәмерәк булған.
Республика Башлығы декабрь айында ҡала һәм район башлыҡтары ҡатнашлығында дауалау учреждениеларын, айырыуса медицинаның тәүге звеноһын, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
– Был беҙҙең дөйөм яуаплылыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Башлыҡтар был тәңгәлдә эш алып барған урында табиптарға ҡытлыҡ юҡ. Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары менән ярҙам итәсәкбеҙ.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Башҡортостан Башлығы бөтә табиптарға фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: