+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 13:38

“Хәүефһеҙ юлдар”

1 – 4 класс уҡыусылары өсөн “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы башлана. Ул 30 ноябрҙән алып 11 декабргәсә Учи.ру платформаһында үтәсәк. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

1 – 4 класс уҡыусылары өсөн “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы башлана. Ул 30 ноябрҙән алып 11 декабргәсә Учи.ру платформаһында үтәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Олимпиада юлдарҙа хәүефһеҙлек нигеҙен белеүгә йүнәлтелгән. Уны “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы РФ Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса баш идаралығы, РФ Транспорт министрлығы, Федераль юл агентлығы менән берлектә ойоштора. Онлайн-олимпиада “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Онлайн-олимпиада илдең 85 субъектында үткәрелә. Унда теләгән һәр башланғыс класы уҡыусыһы ҡатнаша ала. Олимпиада эҙмә-эҙлекле килгән интерактив белем биреү һәм тест һорауҙарынан тора.
Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” Автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының интернет-проекттар бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ирина Минина әйтеүенсә, онлайн-олимпиадала ҡатнашыусылар дипломдар, сертификаттар, рәхмәт хаттары һәм иң ҡиммәтлеһе – белем аласаҡ.
Фото – Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” Автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: