+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 11:50

Эклогик ҡазаға кәртә ҡуйыла

Башҡортостан – нефть һәм химия тармаҡтары үҫешкән төбәк. Шуға ла экология мәсьәләһе бик киҫкен тора.

Башҡортостан – нефть һәм химия тармаҡтары үҫешкән төбәк. Шуға ла экология мәсьәләһе бик киҫкен тора.
Рәсәй буйынса бындай урындар байтаҡ. Мәҫәлән, Иркутск өлкәһенең Усолье-Сибирское ҡалаһында 2010 йылға тиклем "Усольехимпром" предприятиеһы эшләй. Ул трихлорэтилен, эпихлоргидрин, металл натрийы, кальцийҙың гипохлориты, кальций карбиды, водород перекисы һәм башҡа химик матдалар етештерә. Предприятие биләп торған 610 гектар майҙан тотошлайы менән ағыулы ҡалдыҡтар менән бысранған һәм төбәк тәбиғәте өсөн ҙур ҡурҡыныс сығанағы булып тора.
Президент Владимир Путин үткән йәйҙә банкротҡа сыҡҡан предприятие биләмәһен тулыһынса таҙартырға, экологик катастрофаға юл ҡуймаҫҡа ҡушҡайны. Эш киләһе йылда башлана. Ул Оборона һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарына йөкмәтелгән. 2021-2024 йылдарға планлаштырылған саралар 48,5 млрд. һумға барып баҫасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: