Дума 26 ноябрҙә уҙған үҙенең пленар ултырышында был закон проектын кире ҡаҡты, тип хәбәр итте федераль киң мәғлүмәт саралары. Документта ял көндәрен 31 декабрь ялға килерлек итеп күсереү мөмкинлеге күҙ уңында тотолғайны. Шулай итеп, 2020 йылдың һуңғы көнө – эш көнө. Уның ҡарауы, 2021 йылдың 31 декабре ял буласаҡ. Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин был турала ҡарарға октябрҙә ҡул ҡуйҙы.