0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 14:41

Башҡортостан студенттары әүҙем

“Мин – һөнәрмән” олимпиадаһының дүртенсе миҙгелендә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан студенттары 20 мең ғариза биргән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Мин – һөнәрмән” олимпиадаһының дүртенсе миҙгелендә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан студенттары 20 мең ғариза биргән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Рәсәй студенттары 756 меңдән ашыу ғариза тапшырған. Ғаризаларҙың 20 меңе – Башҡортостандан. Теркәлеү буйынса республикабыҙ тәүге бишәү иҫәбенә ингән.
“Мин – һөнәрмән” олимпиадаһын “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы ойоштора. Ул РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. 72 йүнәлеш буйынса ярышырға мөмкин.
Башҡортостан студенттары араһында иң популяр йүнәлештәр булып “Юриспруденция”, “Дауалау эше һәм педиатрия”, “Биология”, “Психология”, “Стоматология” тора.
Бөгөн олимпиаданың һайлап алыу онлайн-этабы башлана. Ул 13 декабргә тиклем дауам итә.
“Мин – һөнәрмән” олимпиадаһы “Мәғариф” милли проектының “”Социаль лифттар – һәр кем өсөн” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: