+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 17:59

Башҡорт сибәркәйенә - автомобиль

Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының финалистары менән матбуғат конференцияһы үтте. 1992 йылдан алып уҙғарылған конкурста быйыл тәүге тапҡыр илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша. Конкурс Республика Башлығының ярҙамы һәм яҡлауы аҫтында үтә. Ул 2019 йылда үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы “Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү” программаһында күрһәтелгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашыра.

Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының финалистары менән матбуғат конференцияһы үтте. 1992 йылдан алып уҙғарылған конкурста быйыл тәүге тапҡыр илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша. Конкурс Республика Башлығының ярҙамы һәм яҡлауы аҫтында үтә. Ул 2019 йылда үткән Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайындағы “Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү” программаһында күрһәтелгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашыра.
Башҡорт һылыуҡайҙары араһында Свердловск, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Пермь өлкәләре, Ханты- Мансы автономия округы, Мәскәү, Санкт- Петербург, Ҡаҙан ҡалалары, йәғни 11 төбәк вәкилдәре лә бар. Республика сибәрҙәре Учалы, Бөрйән, Сибай, Асҡын, Мәләүез райондары, Нефтекама ҡалаһынан буласаҡ. “Башҡортостан” концерт залында 3 декабрҙә барлығы 20 финалист һынау тотасаҡ.
- Еңеүселәр өсөн приз фонды - бер миллион һум, Гран-при алыусы һылыуҡайға автомобиль бүләк итәсәкбеҙ, - тине хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап биреп республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков.
Уның билдәләүенсә, башҡорт ҡыҙҙарының сибәрлеге ошондай ҡыйбатлы призға торошло. Сөнки конкурс һылыуҡайҙың тышҡы сибәрлеген генә түгел, ә эске матурлығын, рухын да баһалаясаҡ.
Былтыр “Һылыуҡай” конкурсында еңеүсе сит илгә стажировка менән бүләкләнгән булған.
Ҡыҙҙар төрлө өлкә һәм ҡалаларҙан йыйылыу сәбәпле башҡорт телен насар белгәндәр ҙә юҡ түгел. Ләкин ойоштороусылар фекеренсә, ундай бәйгесегә баҫым булмаясаҡ. Сөнки был конкурсҡа әҙерләнгәндә ҡыҙҙар тап башҡорт теле, мәҙәниәте, актерлыҡ оҫталығы, дефиле үтеү буйынса профессиональ дәрестәр ала. Конкурстанттар журналистарҙың һорауҙарына ла башҡорт телендә яуап бирҙе.
Бәйгенең ҡуйыусы режиссеры Айгөл Үтәгәнова, актерлыҡ оҫталығына Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев өйрәтә. Матбуғат конференцияһында шулай уҡ “Һылыуҡай” проектының башҡарма директоры Евгения Машко, ошоға тиклем Санкт-Петербургта йәшәгән дефиле ҡуйыусы Сергей Емельянов һәм башҡалар ҡатнашты. Конкурстың финалы Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында күрһәтеләсәк, уның көндәлеге менән “Сәләм” программаһы аша танышып барырға мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: