+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 11:19

Башҡорт киноһы гран-при яуланы

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмы "Әҙәбиәт һәм кино" Рәсәй кинофестивалендә гран-при һәм оригиналь көй өсөн махсус приз яуланы. Ул Гатчина ҡалаһында үткәрелә һәм уны Гатчин фестивале тип тә атайҙар.

Кинофестивалдең баһалама ағзаһы Галина Бокашевская, "Өс таған" фильмын бөтә ғаилә менән, хатта тыуғандан алып ҡарарға мөмкин, уны мотлаҡ ҡарарға тәҡдим итәм, тине.
Ә жюри рәйесе Ирина Ивтеева иһә гран-прин буйынса бәхәсле моменттарҙы билдәләне.
- Беҙ төрлөсә бәхәсләштек тә, гран-прины башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән, режиссер Айнур Асҡаровтың "Өс таған" фильмына бирергә булдыҡ.
Кино күптән төшөрөлһә лә, ул әле киң даирә тамашасыларға күрһәтелмәгән. Уның премьераһына пандемия һәм кинотеатрҙарға индерелгән сикләү кәртә булды. Кино өлкәһендә уңышлы эшләгән Айнур Асҡаровтың фильмын тамашасылар ҙур экрандарҙа көтөп ҡала, - тип асыҡлыҡ индерҙе ул жюри ҡарарына.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: