+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 14:23

Баш ҡалабыҙҙа яңы парк төҙөлә

Өфөлә йәмәғәт урындарын, парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл “Тулҡын”, “Беренсе Май”, “Имәнкәйҙәр” (“Торналар” фонтаны янында), “Ҡашҡаҙан”, Совет майҙаны һәм “Көньяҡ” микрорайонындағы парктарҙа эштәр барҙы.

Һуңғыһында төҙөлөш эштәренең тәүге осорона планлаштырылған эштәр тамамланыуға бара, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
“Потенциал” компанияһының төҙөлөш буйынса директор урынбаҫары Эдуард Остапчук билдәләүенсә, әле проектҡа ярашлы эштәр күләменең 40 проценты үтәлгән. Барлыҡ инженер коммуникациялары үткәрелгән, юлдар билдәләнгән, бетон нигеҙ һалынған. Әле плитә һалына, ямғыр һыуы канализацияһы системаһы монтажлана, фонтан гранит менән көпләнә. Фонтан үҙе әҙер, тип хәбәр итә ул.
Төҙөкләндереү сиктәрендә бында бер нисә спорт һәм уйын майҙаны ойоштороу, воркаут өсөн тренажерҙар ҡуйыу ниәтләнә. Парктың икенсе яртыһы – ял итеү өсөн. Уның тирәләй йүгереү, йәйәүлеләр өсөн юлдар үтәсәк.
Парктың төп матурлығы фонтан буласаҡ. Төҙөлөш эштәре 2021 йылда тамамланасаҡ.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: