+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 19:35

Арталар ҙа, арталар...

Республикабыҙҙа аҙаҡҡы тәүлектә 137 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған.

Республикабыҙҙа аҙаҡҡы тәүлектә 137 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Пандемия башланғандан алып 27 ноябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусылар 13 852 тәшкил итә.
Стационарҙарҙа әлеге мәлдә коронавирусҡа ҡаршы дауа алыусылар – 455. Ауыр хәлдәге 35-енең ғүмере өсөн табиптар көнө-төнө көрәшә. Үҙҙәре тын ала алмаған 13 ауырыуҙы яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Сирҙе сағыштырмаса еңел уҙғарыусы 1 531 сырхау өйөндә дауалана.
Тәүлек эсендә 95 кеше дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 11 787.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, COVID-19 тағы ла бер ғүмерҙе алып китте, республикала унан вафат булыусылар 79-ға етте.
Дауахананан тыш пневмония диагнозы һуңғы тәүлектә 413 ауырыуға ҡуйылған. Кисәле-бөгөнлө унан сәләмәтләнеп, стационарҙан ҡайтыусылар – 420.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: