+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 16:37

Вирус һаман яһиллығын күрһәтә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аҙаҡҡы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы 134 ауырыуҙа раҫланыуы хаҡында хәбәр итә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аҙаҡҡы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы 134 ауырыуҙа раҫланыуы хаҡында хәбәр итә. 26 ноябргә ҡарата уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 13 715 иҫәпләнә.
1 507 сырхау өйөндә дауаланһа, стационарҙа ятыусылар – 438. Шуларҙың 36-һы һаман да ауыр хәлдә, 12-һе – яһалма һулыш аппаратында.
Бөгөнгө көн республикабыҙ халҡына күңелһеҙ хәбәрҙәр алып килде: COVID-19-ҙан һуңғы тәүлектә ике ауырыу вафат булған. Пандемия башланғандан алып вирус 78 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө.
Кисәле-бөгөнлө коронавирустан һауыҡҡан 76 кеше дауахананан сыҡҡан.
Республикала үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыусылар ҙа арта. Үткән тәүлектә был сир 418 сырхауҙа асыҡланған. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә унан ҡотолоп, стационарҙан ҡайтыусылар – 423.
Рәсәй буйынса тәүлек эсендә 25 487 кеше коронавирус йоҡторған, шул уҡ ваҡытта 524 ауырыу унан донъя ҡуйған...
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: