+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 11:15

Президент Саровҡа бара алманы

Кремелдең матбуғат хеҙмәте алдан хәбәр итеүенсә, кисә Президент Владимир Путин Нижегородск өлкәһенең Саров ҡалаһына эш сәфәре менән барарға тейеш ине.

Кремелдең матбуғат хеҙмәте алдан хәбәр итеүенсә, кисә Президент Владимир Путин Нижегородск өлкәһенең Саров ҡалаһына эш сәфәре менән барарға тейеш ине.
“Осоу өсөн ҡулай булмаған һауа торошо сәбәпле Президент үҙенең Саровҡа эш сәфәрен икенсе ваҡытҡа күсерҙе”, - тип белдерҙе матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков.
Пандемия арҡаһында ил етәксеһе төбәктәргә сыҡмай башлағайны. Дмитрий Песков әйтеүенсә, һаҡланыу саралары ҡулланыу буйынса тупланған тәжрибә хәҙер Президентҡа ил буйлап әүҙем сәфәр ҡылыу, командировкаларға йөрөү графигына ҡайтыу мөмкинлеген бирә икән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: