+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 11:25

Ике ир, бер ҡатын һәләк булған

Кисә Йәрмәкәй районында, Таркаҙы – Новотроевка автомобиль юлының 55-се саҡрымында, үлемесле юл фажиғәһе теркәлде.

Кисә Йәрмәкәй районында, Таркаҙы – Новотроевка автомобиль юлының 55-се саҡрымында, үлемесле юл фажиғәһе теркәлде.
Авария һөҙөмтәһендә «ВАЗ-2109» машинаһы күперҙән Ыҡ йылғаһына ҡолай. Уны сығарыу өсөн автокран йәлеп ителә. Автомобилдә өс кешенең – ике ирҙең һәм бер ҡатындың үле кәүҙәһе булыуы асыҡлана. Аварияла иҫән ҡалған 23 йәшлек иргә медицина ярҙамы күрһәтелә.
Асыҡланыуынса, күпергә етер алдынан юлдағы кәртәгә бәрелеп, машина йылғаға ҡолаған. Водитель һәм уның ике пассажиры ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.
Хәҙер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре фажиғәнең сәбәптәре асыҡлай.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: