0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 13:47

COVID-19-ға анализ һөҙөмтәһен – смс-хәбәр менән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы сервис ебәрҙе – коронавирусҡа тикшереү һөҙөмтәһе тураһында кешеләргә смс-хәбәрҙәр килә башланы.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы сервис ебәрҙе – коронавирусҡа тикшереү һөҙөмтәһе тураһында кешеләргә смс-хәбәрҙәр килә башланы. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, республикала был сервис шәмбенән, 21 ноябрҙән, бирле эшләй.
“Көн һайын 6,5 меңдән ашыу смс-хәбәр ебәрелә. Әлеге мәлдә дәүләт лабораторияларында яһалған тест һөҙөмтәләре хаҡындағы мәғлүмәттәр еткерелә. Смс алыр өсөн, коронавирусҡа биоматериал биргән саҡта Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына йүнәлтмә тултырыла, лаборатория хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ рәүештә кеҫә телефонығыҙ номерын ҡалдырыуығыҙҙы һораясаҡтар”, – тине Максим Забелин.
Шулай итеп, ауырыу кешегә анализы ниндәй булғанлығын белер өсөн поликлиникаға барырға йәки унда шылтыратырға кәрәкмәй – һөҙөмтә телефонға киләсәк.
“Ыңғай һөҙөмтә лә, киреһе лә смс-хәбәрҙә сағыласаҡ. Һөҙөмтә ыңғай икән, пациентҡа артабан ни эшләргә кәрәклеген күрһәткән һылтанма ебәрелә. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн, һәр пациент иҫәпкә алынасаҡ”, – тине министр.
Ул шулай уҡ республиканың дәүләт поликлиникаларында алынған лаборатор анализ һөҙөмтәләрен, шул иҫәптән COVID-19-ға ПЦР-тест һөҙөмтәләрен, БР Берҙәм медицина порталында “Пациенттың шәхси кабинеты”нда һәм "К врачу" мобиль ҡушымтаһында ҡарарға мөмкин булыуын әйтеп үтте.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: