+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 18:03

“Яҙҙан бирле һаҡланып, ҡыш алдынан сирләнек”

“Яҙҙан бирле бөтә көстө һалып вирустан һаҡланырға тырыштыҡ, ҡышҡа инергә торғанда барыбер йоҡтороп ҡуйҙыҡ”, – тип уртаҡлаша әле ире менән дауаханала ятыусы танышым. Республикала коронавирус көндән-көн күберәк кешене аяҡтан йыға.

“Яҙҙан бирле бөтә көстө һалып вирустан һаҡланырға тырыштыҡ, ҡышҡа инергә торғанда барыбер йоҡтороп ҡуйҙыҡ”, – тип уртаҡлаша әле ире менән дауаханала ятыусы танышым. Республикала коронавирус көндән-көн күберәк кешене аяҡтан йыға. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 135-кә артҡан (кисә 128 ине). 25 ноябргә ҡарата коронавирус йоҡтороусылар 13 581 иҫәпләнә.
Әлеге мәлдә сиргә ҡаршы 1 889 сырхау көрәшә: 1 496-һы, әллә ни бирешмәйенсә, өйөндә дауаланһа, 393-ө дауаханала ята. 36-һының хәле ауыр тип баһалана, 13-ө яһалма һулыш аппараты ярҙамында ғына тын ала.
Бер тәүлектә 98 яҡташыбыҙ, һауығып, дауахананан сығарылған. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 11 616.
Вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 76.
Пневмония менән ауырыусылар көндән-көн күберәк өҫтәлеүе лә борсоуға һала. Аҙаҡҡы тәүлектә 417 (кисә 411 ине) сырхау үпкә ялҡынһыныуы менән сирләгән, унан һауығыусылар – 423.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: