+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 12:10

Volkswagen концерны өсөн деталдәр эшләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә онлайн форматта күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе. Ул Бәләбәйҙә «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған “Автонормаль” заводында ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә онлайн форматта күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе. Ул Бәләбәйҙә «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған “Автонормаль” заводында ойошторолдо.
“Автонормаль” заводында 2300 кеше хеҙмәт итә. Предприятие автомобиль эшләү тармағы өсөн Рәсәйҙә етештерелгән һәр өсөнсө беркетеү детален сығара. Завод ҡаланы булдырған предприятие һанала, "АВТОВАЗ”, “КамАЗ”, “Фольксваген Рус”, “Группа ГАЗ” һәм “УАЗ” кеүек автоетештереүселәр менән эшләй. Быйыл “Volkswagen” концерны менән бәйләнеш булдырғандар. Бының өсөн сығарған продукцияға көнбайыш стандарттары буйынса сертификациялау үткәргәндәр.
Заводтың генераль директоры Роман Букарев белдереүенсә, предприятиеға һалынған 600 миллион һум инвестиция етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм сығарылған изделиелар ассортиментын киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Радий Хәбиров заводтың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт ҡалды.
–Әле ике йыл элек кенә предприятие аяғында саҡ баҫып тора ине. Уның киләсәге өсөн борсолдоҡ, ярҙам итергә тырыштыҡ. Быйыл иһә «БелЗАН» «АВТОВАЗ» АЙ-е үткәргән конкурстың “Йыл әүҙемсеһе” номинацияһында еңеп сыҡты. Был үтә мөһим ваҡиға, – тине ул.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: