+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 20:56

Учалыла – яңы ФАП

Бында уңайлы, яҡты, йылы һәм иркен. ФАП электр менән йылытыла, һыу үткәрелгән. Майҙаны – 100 квадрат метр. Кабинеттар заманса ҡорамалдар – дефибриллятор, спирометр, ЭКГ һәм башҡа аппараттар менән йыһазландырылған. Былар барыһы ла заманса талаптарға яуап бирә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бында уңайлы, яҡты, йылы һәм иркен. ФАП электр менән йылытыла, һыу үткәрелгән. Майҙаны – 100 квадрат метр. Кабинеттар заманса ҡорамалдар – дефибриллятор, спирометр, ЭКГ һәм башҡа аппараттар менән йыһазландырылған. Былар барыһы ла заманса талаптарға яуап бирә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Кисә Учалы районы Ҡобағош ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды. ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
400 пациентҡа медицина ярҙамын фельдшер Алһыу Фазлетдинова күрһәтәсәк. Ул 22 йыл инде ауылдаштарын дауалай.
Мөһим социаль объектты асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов ҡатнашҡан.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Учалы районының тағы алты ауылында тиҙҙән ошондай уҡ ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: