+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 12:17

Шундайҙар ҙа була...

Яңы тыуған балаһын һыуға батырып үлтергән ҡатынға ҡарата хөкөм сығарылды. Ауыр енәйәт Тәтешле районында теркәлгән.

Яңы тыуған балаһын һыуға батырып үлтергән ҡатынға ҡарата хөкөм сығарылды. Ауыр енәйәт Тәтешле районында теркәлгән.
Тәфтиш комитеты биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 27 йәшлек ҡатын ауырға ҡала. Күрәһең, ул баланы табырға ла теләмәгән. Яҙ айҙарында ҡатын мунсала яңғыҙы бала таба һәм сабыйҙы шунда уҡ һыуға батыра.
Ниндәйҙер арауыҡтан һуң табиптарға мөрәжәғәт итә һәм баланың тәбиғи үлеүен әйтә. Ләкин экспертиза башҡаны иҫбатлай. Бала һыуҙа тонсоҡҡан. Йәш әсә үҙенең енәйәтен танырға мәжбүр була.
Билдәле булыуынса, ҡатын яңғыҙы биш йәшлек ҡыҙ бала тәрбиәләгән.
Әле енәйәт буйынса суд ҡарары ғәмәлгә ингән. Ҡатын ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителгән, шулай уҡ уға бер йыл дауамында һынау срогы бирелгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: