+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 22:26

Логотипҡа конкурс иғлан ителде

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы "Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен яҡлау һәм үҫтереүгә" дәүләт программаһы логотибын эшләүгә асыҡ конкурс иғлан итте.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы "Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен яҡлау һәм үҫтереүгә" дәүләт программаһы логотибын эшләүгә асыҡ конкурс иғлан итте.
Конкурста теләгән бөтә кешеләр ҙә ҡатнаша ала. Бәйгенең маҡсаты - Башҡортостандың дәүләт телдәре һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған логотип булдырыу. Уны ошо темаға арналған бөтә сараларҙа ла һәм мәғлүмәти-рекламаларҙа ла файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
Конкурсты үткәреү ваҡыты:
-25 ноябрҙән 1 декабргә тиклем эштәрҙе ҡабул итеү һәм ҡарау
-14 декабрь көнө еңеүселәрҙе билдәләү һәм иғлан итеү
Конкурсҡа һәр кем, уның талаптарына ярашлы, өс эш тәҡдим итә ала.
Дөйөм талаптар:
-логотипта дәүләт телдәре һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, шул иҫәптән республиканан ситтә башҡорт телен яҡлауға йүнәлтелгән идея ярылып ятырға тейеш;
- текстары файҙаланғанда "Дәүләт телдәре тураһындағы" законға яраҡлаштырыу мөһим;
-логотиптың әһәмиәтен автор исеменән аңлатыу.
Эштәр [email protected] электрон адрес буйынса ҡабул ителә. Унда "Логотип эшләү конкурсына" тигән иҫкәрмә ҡуйырға кәрәк. Хатта шулай уҡ исем, фамилия, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙыу мотлаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: