Кисә Президент Владимир Путин Рәсәйҙә яңы эш башлаған 20 дәүләт илсеһенең ышаныс грамотаһын ҡабул итеп алды. Улар араһында КДХР, Пакистан, Литва, Шри-Ланка, Перу, Малайзия, Исландия, Финляндия, Берләшкән Ғәрәб Эмираттары, Сауд Ғәрәбстаны, Куба, Бельгия, Люксембург, Гамбия, Үҙәк Африка Республикаһы, Израиль һәм башҡа илдәр вәкилдәре бар.
Үҙенең сығышында Владимир Путин, хәҙерге ябай булмаған ижтимағи һәм сәйәси шарттарҙа стратегик хәүефһеҙлек буйынса оптималь ҡарарҙы бөтә илдәр ҡатнашлығында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы сиктәрендә ҡабул итеү мөһим, тип белдерҙе.