+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 21:23

Үҙ эшен асыу өсөн – 100 мең һум

Өфөлә “Эшҡыуар әсәй” ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығына булышлыҡ буйынса федераль белем биреү программаһының финалы үтте. Бизнес-проекттар конкурсында беренсе урынды Альбина Мортазина яуланы. Ул “Бергә бәхетлебеҙ” ғаилә спорт клубы ойоштороу идеяһын тәҡдим итә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә “Эшҡыуар әсәй” ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығына булышлыҡ буйынса федераль белем биреү программаһының финалы үтте. Бизнес-проекттар конкурсында беренсе урынды Альбина Мортазина яуланы. Ул “Бергә бәхетлебеҙ” ғаилә спорт клубы ойоштороу идеяһын тәҡдим итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Финал алдынан ҡатнашыусылар биш көн буйы эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә. Улар продукт булдырыу һәм маркетинг нигеҙҙәрен, финанс һәм һалым грамотаһы нескәлектәрен өйрәнә, бизнес-план төҙөй, проектына презентация яһау оҫталығын үҙләштерә.
Бизнес-идеялар араһында үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлылары байтаҡ ине, тип билдәләй жюри ағзалары. Проекттарҙың күбеһе – социаль характерҙа. Был ҡатын-ҡыҙ бизнес-идеяларының үҙенсәлеге тураһында һөйләй, ти улар.
Еңеүсегә Amway “Киләсәк өсөн яуаплылыҡ” мәрхәмәт фондынан проектын тормошҡа ашырыу өсөн 100 мең һум грант тапшырыла. Был аҡсаға ул тыуған Өфө районы Миловка ауылында ҡышҡы каток өсөн кәрәк-яраҡ алырға уйлай.
Уҡыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Уны БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “Минең бизнесым” үҙәге ойоштора.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: