"Рәсәй тәме" федераль конкурсында Башҡортостан иң күп заявка тәҡдим иткән. Республиканан барлығы 26 гастрономия бренды яҡшылар исемлегенә дәғүә итә. Улар араһында башҡорт балы, ҡымыҙ, Иглин балы, талҡан, алкоголһеҙ бал, ҡаҡланған ҡаҙы, Бөрйәндең солох балы, Иглин һуғаны, Учалы кеүәҫе, Ҡараиҙел үләндәре, ҡорот, сәй, ҡаҙ ите, башҡорт бауырһағы, минераль һыуҙар, сырҙар, хатта страус ите һәм башҡа аҙыҡ-түлек өлөгөләре бар.
Белгестәр әйтеүенсә, был конкурс исем өсөн түгел, ә илдә йәшәгән халыҡтар төрлөлөгө менән таныштырыу, ауыл хужалығы һәм агротуризмдың үҫешенә этәргес биреү маҡсатын тота. Ул - Рәсәй фермерҙарын яҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексының беренсе этабы ғына.
Башҡорт бренды өсөн ошо һылтанмаға инеп тауыш бирергә мөмкин:
https://russiantastes.ru .