-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 11:00

Әзербайжан ҡарамағына 121 ауыл һәм ҡала күсә

Ҡарабах һуғышының һөҙөмтәһе булараҡ, 90-сы йылдарҙа Әрмәнстан баҫып алған ауыл һәм ҡалалар Әзербаәжанға кире ҡайта. Улар барлығы – 121.

Ҡарабах һуғышының һөҙөмтәһе булараҡ, 90-сы йылдарҙа Әрмәнстан баҫып алған ауыл һәм ҡалалар Әзербаәжанға кире ҡайта. Улар барлығы – 121.
Һуғыш 27 сентябрҙә башланғайны. 10 ноябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин, Әзербайжан етәксеһе Илһам Әлиев, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян Ҡарабахта һуғышты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Әжербайжанға Ҡашатағ районында – 52, Мартакерт районында – 8, Келбаджар районында – 16, Ғадрут районында – 29, Аскеран районында – 8, Мартуни районында - 6, Шуша районында 2 (Шуша ҡалаһы шул иҫәптән) тораҡ пункты күсә.
Әрмәнстан был ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы ҡалдырырға мәғбүр булған әрмән халҡына 300 мең драм (600 доллар) бер тапҡыр бирелә торған ярҙам түләү тураһында ҡарар сығарған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: