Киң мәғлүмәт сығанаҡтары 23 ноябрҙә Стәрлетамаҡтағы “Авангард” заводында бәхетһеҙ осраҡ булыуы тураһында хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, технология процестарын боҙоу һөҙөмтәһендә заводта шартлау була һәм бер кешенең ғүмере өҙөлә. Тағы ике кеше ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әле тәфтиш органдары был ғәҙәттән хәл буйынса тикшереү алып бара.