+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 19:25

Спорт менән шөғөлләнеүселәр артыр

2020 йылдың сентябренән декабренә тиклем Өфөлә хәрби оҫталыҡтар һәм спорт көрәше буйынса түләүһеҙ дәрестәр ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

2020 йылдың сентябренән декабренә тиклем Өфөлә хәрби оҫталыҡтар һәм спорт көрәше буйынса түләүһеҙ дәрестәр ойошторола.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфөлә “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектының “Спорт көрәшен киң таратыу” социаль проекты тормошҡа ашырыла.
Уның төп маҡсаты – 16 йәштән өлкәндәр араһында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселр һанын арттырыу. Башҡортостанда проект Рәсәй хәрби оҫталыҡтар союзының БР буйынса филиалы тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Саралар “Демография” милли проекты сиктәрендә үтә.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дәрестәр ошо адрестар буйынса үткәрелә:
Космонавтар урамы, 7;
8 Март урамы, 12/1;
Мәжит Ғафури урамы, 103;
Октябрь проспекты, 93/5.
Бында 16 йәштән өлкән һәр кем яҙыла ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм дәрестәр ваҡытын ҡыҙыу линия телефондары буйынса белешергә мөмкин: 8 (347) 266-18-66.
“Спорт көрәшен киң таратыу” проекты Рәсәйҙең 43 төбәгендә бойомға ашырыла. Һөҙөмтәлә физик культура менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙең һаны 7500-гә етер, тип көтөлә.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: