+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 11:46

Силәбелә Харис Йосоповҡа - бюст

Силәбелә Көньяҡ Уралда дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, легендар яҡташыбыҙ, спортсы Харис Йосоповҡа һөйкәл асылды. Бюст Миллер исемендәге дзюдо буйынса олимпия әҙерлеге үҙәге янында ҡуйылды.

Силәбелә Көньяҡ Уралда дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, легендар яҡташыбыҙ, спортсы Харис Йосоповҡа һөйкәл асылды. Бюст Миллер исемендәге дзюдо буйынса олимпия әҙерлеге үҙәге янында ҡуйылды.
Харис Монасип улы Йосопов Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән. Силәбе педагогия институтын тамамлағандан һуң тренерлыҡ эше менән шөғөлләнә башлай. Ике йылдан ҡалала Урал дзюдо мәктәбен аса.
Ул 17 йыл дауамында СССР-ҙың йыйылма командаһын әҙерләй, күнекмәләр үткәрә, ике донъя чемпионын, Олимпия уйындары призерҙарын, Европаның 14 чемпионын, атҡаҙанған ике спорт мастерын, халыҡ-ара класлы спортсыларҙы тәрбиәләүгә ирешә.
Харис Йосопов үҙе лә спорт мастеры һәм спорттың бер нисә төрө, шул иҫәптән милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы була.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: