Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 19:40

Пневмония менән сирләүселәр 411-гә артҡан

Республикабыҙҙа, бөтә илдәге кеүек, үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр арта. Тәүлек эсендә пневмония бығаса булмағанса – 411 кешелә асыҡланған.

Республикабыҙҙа, бөтә илдәге кеүек, үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр арта. Тәүлек эсендә пневмония бығаса булмағанса – 411 кешелә асыҡланған. Кисәле-бөгөнлө 416 яҡташыбыҙ, был ҡаты сирҙән ҡотолоп, дауахананан ҡайтҡан.
COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны республикала 13 446 булып киткән – аҙаҡҡы тәүлектә улар 128-гә күбәйгән.
Стационарҙарҙа әлеге мәлдә 353 сырхау дауалана. 36-һының хәле һаман ауыр килеш ҡала, 13-өн ҡотҡарыу өсөн табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы өйҙә эсеп дауаланыусылар – 1 499.
Пандемия башланғандан бирле коронавирусты 11 518 яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәшкән, шуларҙың 92-һе кисә һәм бөгөн дауахананан сыҡҡан.
Мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә COVID-19-ҙан үлем осраҡтары теркәлмәгән, вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 76.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: