+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 21:03

Милли кейемдәребеҙ – үҙе хазина

Быйыл республикабыҙҙың бер төркөм һәләтле артистары, төркөмдәре – «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», Darman төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, “Зәйнетдин” проекты, бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина һәм Е7Е-media видео студияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән клиптар шәлкемен төшөрөү ниәтен белдерҙе. Был башланғыс республика етәкселеге тарафынан хуплау алды һәм матди ярҙамға лайыҡ булды.Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина “Хазина” бейеүен башҡарған. Яңы видеоклибында ул бер юлы ундан ашыу милли образда төшкән. Төрлө башҡорт ырыуҙарынан төрлө статусҡа ҡараған ҡатын-ҡыҙ кейемдәренең һәр береһе үҙенсәлекле, сағыу, матур.

Быйыл республикабыҙҙың бер төркөм һәләтле артистары, төркөмдәре – «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», Darman төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, “Зәйнетдин” проекты, бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина һәм Е7Е-media видео студияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән клиптар шәлкемен төшөрөү ниәтен белдерҙе. Был башланғыс республика етәкселеге тарафынан хуплау алды һәм матди ярҙамға лайыҡ булды.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина “Хазина” бейеүен башҡарған. Яңы видеоклибында ул бер юлы ундан ашыу милли образда төшкән. Төрлө башҡорт ырыуҙарынан төрлө статусҡа ҡараған ҡатын-ҡыҙ кейемдәренең һәр береһе үҙенсәлекле, сағыу, матур.
“Бында башҡорт халыҡ бейеүе һәм заманса контемпорари хәрәкәттәре ҡатышып килә. Клиптың нигеҙен бейеү генә түгел, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр ҙә тәшкил итә”, – ти Миләүшә Хәйбуллина.
Халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ бай тарихын башҡорт ҡатын-ҡыҙының сағыу образдары аша сағылдырған клипты Е7Е-mediа production видео студияһы төшөргән. Ижади төркөмгә этнограф Сәлимә Усманова, режиссер Батыр Ғәлимов, ҡуйыусы режиссер, фотограф Эдуард Дилмөхәмәтов, оператор Илнур Хәмиҙуллин ингән. Көйҙө Башҡортостандың халыҡ инструменттары милли оркестры башҡара, етәксеһе – Линар Дәүләтбаев.
Ижади эш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡарылған һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты яорҙамы менән тормошҡа ашырылған.
Фото бейеүсе Миләүшә Хәйбуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: