+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 11:43

Ковидҡа ҡаршы үҙәк көнөнә меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Мәғлүм булыуынса, ул үткән аҙнанан Торатау конгресс-холы бинаһында эш башлағайны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Мәғлүм булыуынса, ул үткән аҙнанан Торатау конгресс-холы бинаһында эш башлағайны.
Үҙәктең координаторы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе Рима Үтәшеваның билдәләүенсә, бөгөнгө көндә унда 113 оператор, 12 тим-лидер, 33 медицина эксперты, дүрт смена етәксеһе һәм министрлыҡ-ведомство вәкилдәре эшләй. Сменаһына 70 кеше вахта алып бара.
Операторҙар бер аҙна эсендә 5 647 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Бер көндә генә 1 400 шылтыратыу булған. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе коронавирустан өйҙә һәм поликлиникаларҙа амбулатор дауалауға ҡағылған. Шылтыратыусылар шулай уҡ ковидҡа тест һөҙөмтәләрен, бушлай дарыуҙар алыу мөмкинлеген, дауаханала ятҡан яҡындарының хәлен белешә ала.
Республика Башлығы үҙәктә эшләүселәргә рәхмәтен белдерҙе.
-Беҙгә ярҙам итеүегеҙ, терәк булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ. Ваҡытлы кәңәштәрегеҙ, ярҙамығыҙ кешеләрҙе лә тынысландыра, уларҙың проблемаларын хәл итергә булышлыҡ итә. Был үҙәкте күптән төҙөргә кәрәк булған. Сөнки кешеләр йыш ҡына тейешле ярҙам, мәғлүмәт ала алманы. Бөгөн барлыҡ һорауҙар ҙа оператив рәүештә хәл ителә, - тине ул.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә иртәнге 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: