+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2020, 19:56

Афарин, Азалия!

Алтын миҙал таҡҡан 17 йәшлек Азалия Әминеваны бөгөн самолеттан ҡул сабып ҡаршы алдылар. Октябрьский ҡалаһы ҡыҙы – XXI быуатта юниорҙар араһында Европа беренселегендә республиканан тәүге еңеүсе.

Алтын миҙал таҡҡан 17 йәшлек Азалия Әминеваны бөгөн самолеттан ҡул сабып ҡаршы алдылар. Октябрьский ҡалаһы ҡыҙы – XXI быуатта юниорҙар араһында Европа беренселегендә республиканан тәүге еңеүсе.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ярыштар Черногорияның Будва ҡалаһында үтә. Унда 22 илдән боксерҙар ҡатнаша. Азалия Әминева Румыния, Польша, Әрмәнстан, Украина вәкилдәре менән алыша. Ярышташтарын алты тапҡыр нокдаунға ебәреп, ике алышты алдан тамамлай.
Был еңеү чемпионкаға бокс буйынса донъя беренселегенә юл аса. Ул халыҡ-ара спорт мастеры нормативын үтәй.
Азалия Әминеваның киләсәккә планы – Сочиҙа йыйылыу һәм 9 ғинуарҙа Сербияла турнирҙа ҡатнашыу. Шунан ул апрелдә үтәсәк донъя беренселегенә әҙерләнәсәк.
Фото – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: