+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 20:18

Тәүлегенә – 700-ҙән ашыу саҡырыу

Республикала көн һайын 110 эпидемиологик бригада коронавирус йоҡтороуға шик тыуған ауырыуҙар янына сыға.

Республикала көн һайын 110 эпидемиологик бригада коронавирус йоҡтороуға шик тыуған ауырыуҙар янына сыға.
“Был бригадаларҙың 25-е баш ҡалабыҙ Өфөнө хеҙмәтләндерә”, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Тәүлегенә улар 700-ҙән ашыу саҡырыу буйынса бара. Шуларҙың иң күбе – 415-е – Өфөгә тура килә.
Республикала кисәле-бөгөнлө коронавирус 131 сырхауҙа раҫланған. 23 ноябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны - 13 318. Уларҙың 86 проценты – 11 426-һы һауыҡҡан.
Бөгөнгө көндә 394 сирле стационарҙарҙа дауалана, 32-һенең хәле ауыр, 18-е – яһалма һулыш аппаратында. 1 422 сырхау сирҙе сағыштырмаса еңел уҙғара һәм өйөндә дауа ала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәт ҡорбандары тағы берәүгә артҡан һәм улар һаны хәҙер 76-ға еткән.
Республикала үпкә ялҡынһыныуы сире лә сигенергә йыйынмай. Аҙаҡҡы тәүлектә пневмония 395 яҡташыбыҙҙа асыҡланған, шул уҡ ваҡытта унан 411 кеше сәләмәтләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: