+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 19:32

Стәрлетамаҡтағы үҙәкте төҙөү тамамланып килә

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы яңы үҙәк 14 мең кв.м майҙанды биләйәсәк һәм тәүге ауырыуҙарҙы декабрҙә үк ҡабул итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло сирҙәр үҙәген төҙөү барышы менән танышты.Үҙәк 14 мең кв.м майҙанды биләйәсәк һәм тәүге ауырыуҙарҙы декабрҙә үк ҡабул итәсәк. Сирлеләр күп ваҡытта госпиталь 300-гә тиклем кешене ҡабул итә ала. Унда 70 айырым бокс, реанимация палаталары, бала табыу һәм балалар бүлектәре, хирургия блогы, бактериология лабораторияһы, томография бүлеге буласаҡ. Госпиталь территорияһында санавиация өсөн вертолет майҙансығы ла урын аласаҡ.
– Төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй, – тип билдәләне республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. – 1 декабргә төҙөлөш-монтажлауҙы тамамлап, шунда уҡ көйләү эштәренә күсеү бурысын ҡуябыҙ.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин пандемия осоронда үҙәктә 400-ләп белгес эшләйәсәген белдерҙе. Баш табип әле медицина хеҙмәткәрҙәрен туплай. Шулай уҡ ковид-госпиталдәрҙең “ҡыҙыл зонаһы”нда тәжрибәһе булған яҡындағы район-ҡала табиптарын йәлеп итеп, уларҙың эшен вахта ысулы буйынса ойоштороу күҙҙә тотола. Белгестәр өсөн дөйөм ятаҡ бар.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров, коронавирус буйынса хәлдең ҡатмарлы икәнлеген билдәләп, былай тине:
– Стәрлетамаҡтағы госпиталь бөтә көньяҡ медицина округында коронавирус менән сирләүселәрҙе дауалау өсөн бик кәрәк. Уны асыу менән ҡалалағы ҡалған дауаханаларҙы башҡа (ковид булмаған) ауырыуҙарҙы дауалау өсөн бушатабыҙ. Стәрлетамаҡтағы госпиталь Өфө эргәһендәге шундай уҡ үҙәк тәжрибәһен иҫәпкә алып төҙөлә. Мәҫәлән, туалеттар бокстарҙа ла, коридорҙарҙа ла буласаҡ. Сөнки сир йоҡтороу осраҡтары ныҡ күп саҡта кешеләр коридорҙа ла ятырға мөмкин. Проблемаларҙы күрәбеҙ икән, уларҙы хәл итәбеҙ, көтөп, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Яңыраҡ ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге асылды, – тине ул.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: